

Был мөһим дата алдынан Үҙәк китапханала тарихты һаҡлаусыларға бағышлау сараһы уҙҙы. Уны йәштәр бүлеге, "Беренселәр хәрәкәте" һәм "Йәш гвардия" бүлексәләре ойошторҙо.
Сараның ҡунағы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәфисә Йыһангированың ҡыҙы Рина Шәфиева булды. Ул архив эштәре буйынса хеҙмәттең ҙур булышлығы менән Нәфисә Йыһангированың "Һуғыш хаҡында хәтирәләрем" китабының баҫмаға әҙерләнеүе хаҡында һөйләне.
Сараның кульминацияһытантаналы рәүешле Тарих һаҡлаусылар рәтенә алыу булды. 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең 15 уҡыусыһы, йәш волонтерҙар һәм Беренселәр хәрәкәте активистары "Тарих һаҡлаусыһы" исеменә ант бирҙе.