Был юлы Ағиҙел халҡы яугирҙарға ете маскировка селтәре ебәрәсәк. Был селтәрҙе күмәкләп эшләнеләр: тәүҙә ҡала музейында йәш волонтерҙар етәксеһе Юлиә Ҡотлиева оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Бында ҡаланың «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы ағзалары, «Нур» мәсетенә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар, «Катюша» клубында берләшкән яугирҙарҙың әсәләре, Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торған граждандар килде. Уларҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһенең башҡарма секретары Гөлнара Маликова саҡырҙы. Өс селтәрҙе «Ағиҙелводоканал» хеҙмәткәрҙәре эшләне. Селтәрҙәр үреү өсөн спанбонд материалы файҙаланылған, ул хәрби объекттарҙы һәм техниканы маскировкалай, ышаныслы һаҡлай. Бынан тыш, Ағиҙел халҡы 300-гә яҡын окоп шәме эшләне. Селтәрҙәр һәм шәмдәр өсөн материалдар ҡала халҡының иғәнәләренә һатып алынған.
Посылкаларҙың күбеһе - ул түшәк кәрәк-яраҡтары: юрғандар, мендәрҙәр.
Гуманитар йөктө йыйыуҙа «Әүҙем оҙон ғүмер» клубы ағзалары ҙур ярҙам күрһәтте.
Гөлнара Маликова һөйләүенсә, Нефтекама ҡала дауаханаһы бер нисә ҡап медикаменттар тапшырған, шулай уҡ медикаменттар йыйылған аҡсаға һатып алынасаҡ.
Эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, «Тепловентсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бер нисә баллон газ һатып алған.
Яугирҙарҙың үтенесе буйынса аҙыҡ-түлек һаҡлау өсөн тығыҙ ябыҡ пластик контейнерҙар йыйыу ойошторолдо. Ә яугирҙарҙы һыуыҡ көндәрҙә оҫта Әхнәф Рәшитовтан буржуйка-мейестәр йылытасаҡ.
Башҡорт балын күстәнәс сифатында оҙатыу йолаға әүерелде. Был продукцияны икенсе тапҡыр бер Ағиҙел ғаиләһе тапшыра. Ирекмәндәр уңайлы булһын өсөн тотош бер фляга балды пластик контейнерҙарға ҡойа. Яугирҙәргә балдан тыш, хужабикәләрҙең береһе яратып ҡырҡылған туҡмас та өй йылыһын иҫкә төшөрәсәк. Тағы бер ҡатын ныҡлы трикотаж кизе-мамыҡ туҡыманан 12 футболка теккән.
Мобилизацияланған яугирҙың ҡатыны әсәһе менән бергә 29 пар йылы йөн ойоҡбаш бәйләгән. Улар ойоҡбаштар бәйләгәндә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары төҫтәрен файҙаланған. Уларҙың коллекцияһында төрлө ҙурлыҡтағы ойоҡбаштар бар, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә.
Дөйөм посылкаларҙан тыш, мобилизацияланған яугирҙәрҙең һәм кадрҙар хәрбиҙәренең туғандары индивидуаль посылкалар ҙа килтергән.
Һәр посылкаға ирекмәндәр балалар ҡулдары менән яһалған хаттар һәм һаҡлағыстар һала. Һәр ҡумтаға «Иҫән ҡайтығыҙ!», «Һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ» һүҙҙәре яҙылған.