+23 °С
Облачно


Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев бөгөн, дүшәмбе, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мариуполь тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар-хәрбиҙәр өсөн 15-се гумконвойҙы оҙатып йөрөнө.
"Беҙҙең яугирҙарға гуманитар йөк менән Мариуполь аша Запорожьеға юлландыҡ, - тип яҙа ул. - Был ҡала һуғыштар барышында ныҡ зыян күргән һәм емереклектәрҙә булған. Уны тергеҙеү темптары бик ныҡ ғәжәпләндерә. Ҡалаға тормош ҡайта».