Ә уларҙы идара итеүсе “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ управлениеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт дәртләндерә. Ул йыл һайын «Күп фатирлы йорттарҙың йорт яны биләмәһен Яңы йылға ҡарата иң яҡшы биҙәү» конкурсын уҙғара. Быйыл приз фонды ике тапҡырға артты, сөнки конкурс ҡала округы хакимиәте менән бергә ойошторолдо. Гран-при алыусы 30 мең һум аҡса менән бүләкләнде.
Быйыл байтаҡ йорттарҙың сағыу биҙәге булып гирляндалар менән балҡып торған подъездар булды. Оҫталар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тыш, йыл символының фигураһына ла ҙур иғтибар бүлде. Бынан тыш, алдағы йыл тематикаһына, хәҙерге ысынбарлыҡҡа арналған инсталляциялар ҙа ижад иттеләр.