Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
2 Ғинуар 2024, 01:13

Николо-Березовкала ит ярминкәһе үтте

Яңы йыл алдынан Николо-Берёзовка ауылында ит йәрминкәһе үтте. «Беҙ уны халыҡтың үтенесе буйынса үткәрәбеҙ», - тип асыҡлыҡ индерҙе район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Ғиндуллин.

Николо-Березовкала ит ярминкәһе үтте
Николо-Березовкала ит ярминкәһе үтте

Яңы йыл алдынан Николо-Берёзовка ауылында ит йәрминкәһе үтте. «Беҙ уны халыҡтың үтенесе буйынса үткәрәбеҙ», - тип асыҡлыҡ индерҙе район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Ғиндуллин.

Эйе, унан алда уҙған йәрминкәнән күптәр, ит булмау сәбәпле, бойоғоп батып китте, ә был юлы моңһоу йөҙҙәр менән һатыусылар баҫып торҙо - һатып алыусылар булманы. «Моғайын, ит кәрәк кеше алып бөткәндер инде», - тип фараз итте Калтасынан килгән фермер. Уның һыйыр ите лә, сусҡа ите лә, һарыҡ ите лә һатыла ине - бына шундай фермер-универсал ул, бөтә продукцияны үҙе үҫтерә. "Николо-Берёзовкала элек уҙып барышлай ғына булғайным, йәрминкәгә тәүгә килдем, сөнки кисә ҡалала йәрминкәлә лә халыҡ аҙ булды, һәм тауар һатылып бөтмәне", - ти ул. Һыйыр, сусҡа итен 450-500 һумдан, һарыҡ итен 500 һумдан һатты.

Шулай уҡ һыйыр итен Яңауыл фермерҙары тәҡдим итте. Ташлама ла яһны. Мәҫәлән, күкрәк итен бер килограмын 440 һумға иҫәпләнеләр миңа, ә ҙур бәлешкә оло малдҙың үпкәһе менән йөрәген шатланып 130 һумдан бирҙеләр. Ни өсөн шатланыпмы? Сөнки минән һуң  таныштарым ҙа еилеп, унан ит һатып ала башланы. «Ҡул артығыҙ еңел икән, апай», - тип маҡтаны мине һатыусы. Ә бында ғәҙәттән тыш бер ни ҙә юҡ: үҙемдә, кеше белмәй алмайҙыр әле. тип, сират ҙур булған ерҙән алам. Итең йәрминкәлә  быҡтырылғаны бар ине, тоҙло сусҡа майы ла һаттылар. Халыҡ эсәк, тояҡтар ҙа теләп алды: киьетәрдә әллә ниндәй экзотик продукттар һатсадар ҙа, үҙебеҙҙең эсәк пирожкие менән холодецка ни етә.

Бына бит әле үҙебеҙҙең тауыҡ йомортҡалары ла саҡ «экзотик продукт»ҡа әйләнмәне: ҡайһы бер магазиндарҙа улар ваҡыты менән һатыуҙан дә юғалды, ләкин, Аллаға шөкөр, сауҙа ҡыйынлыҡ килтермәне, яңы йыл салаттары был мөһим ингредиентһыҙ ҡалманы. Ярминкәлә бер тиҫтә йомортҡаның хаҡы ла 100 һумдан тәҡдим ителде: арзан, сөнки ваҡ.

Николо-Березовкала ит ярминкәһе үтте
Николо-Березовкала ит ярминкәһе үтте
Автор: Ирина Валиева
Читайте нас