Өс йыл рәттән Үгеҙ, Юлбарыҫ һәм Кролик һындары Башҡорт гимназияһының фотозонаһын биҙәне лә инде. Былтыр беҙ Фәйзуллиндарҙан көнсығыш календарындағы 12 хайуандың фигураларын яһауҙары тураһында һораштыҡ. Ул саҡта ғаиләләге баш рәссам - Азат - Аждаһаның нисек эшләйәсәген уйлап таптыҡ инде, тип яуап бирҙе. Башҡа символдар ҙа булырмы, юҡмы әлегә билдәле түгел, сөнки Азат 11-се класта уҡый һәм киләһе йылда студент буласаҡ. Азат сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамланы һәм архитектор булырға хыяллана.
Аждаһа образын, һәр ваҡыттағыса, әсәһе Рәзилә Камил ҡыҙы уйлап тапҡан, ул бик күҙәтеүсән, һәм ҡайҙа ғына булмаһын, үҙенең ижад емештәре өсөн идеяларҙы ҡарай. Техник өлөштө ғаилә башлығы Марат Мәғҙән улы үҙ өҫтөнә алған.
Быйыл фигура ярайһы уҡ ҙур һәм бейек булып сыҡты, металл каркаста тора, шуға күрә уны өйҙә эшләгәндәр, ә инде гимназияла буяғандар. Алтын төҫ фигураға айырым бер матурлыҡ бирә, төҫлө ҡанаттар - йылылыҡ, мөхәббәт, тормош, йәнлелек энергияһы символы, йәшел төҫ тәбиғәттең һаулығын һәм көсөн кәүҙәләндерә.
- Йәшел Аждаһа йылы мауыҡтырғыс, ғәҙәти булмаған һәм изге ваҡиғаларға бай булһын, - ти Фәйзуллиндар.