Ҡурай
+21 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
2 Января 2024, 20:02

Краснокама балалары каникулдарҙы актив ялда уҙҙыра

Ҡышҡы каникулдардың ҡыҙған мәл. Краснокама районы уҡыусылары уны файҙалы үткәрә, тәү сиратта һаулыҡ өсөн.

Краснокама балалары каникулдарҙы актив ялда уҙҙыраКраснокама балалары каникулдарҙы актив ялда уҙҙыра
Краснокама балалары каникулдарҙы актив ялда уҙҙыра

Ҡышҡы каникулдардың ҡыҙған мәл. Краснокама районы уҡыусылары уны файҙалы үткәрә, тәү сиратта һаулыҡ өсөн.

2 ғинуарҙа Шушнур мәктәбендә Ҡыш бабай призына күңелле старттар уҙҙы. Балалар үҙҙәренең спорт оҫталыҡтарын, командала эшләй һәм күңел аса белеүҙәрен күрһәтте. 3 ғинуарҙа улар йәнә мәктәпкә уҙышта ҡатнашырға йыйылды. Улар быйыл башҡарырға тейешле вәғәҙәләрен яҙып, символик арауыҡты үтте. Кемдер спорт менән шөғөлләнергә, кемдер ғаилә менән күберәк ваҡыт уҙғарырға, кемдер - «бишлегә» генә уҡырға, марафонда йүгерергә йәки ҡыуаныслы йәшәргә вәғәҙә итте.

Никольск мәктәбендә лә саф һауала уйындар ойошторолдо һәм спорт залында волейбол уйнанылар.

Каникулдарҙың һәр көнө Ҡуян мәктәбендә лә ниндәйҙер ваҡиғаға бай. Яңы 2024 йылдың тәүге көнөндә 7 класс уҡыусылары класс етәксеһе К.Сәлиева менән бергә саңғыла йөрөү ойошторҙо. Улар саф һауа менән ләззәтләнде, тыуған ауылдарының матурлығына һоҡланды, күңелле итеп саңғыла шыуҙы. Класс етәксеһе А.Закирова етәкселегендә 6 класс уҡыусылары ла урманға йәйәү барып ҡайттылар - ҡышҡы урманда йөрөйҙәр, тюбингта шыуалар, тәбиғәттә йылы сәй эсәләр. Яңы йыл байрамдары көндәрендә мәктәптә спорт уйындары ла үткәрелә. 3 ғинуарҙа 8-се класс уҡыусылары спорт залында эстафеталарҙа ярыша. «Ошо мауыҡтырғыс ярыштың бөтә этаптары ла көсөргәнешле көрәштә үтте. Спорт дәрте һәм үҙ командаһы өсөн еңеүгә өлгәшеү теләге ярышыусыларҙы шул тиклем ныҡ йәлеп итте, хатта улар тирә-яҡта булып үткәндәрҙе лә күрмәне. Барыһы ла финишҡа беренсе килергә тырышты. Ныҡышмалы көрәштә дуҫлыҡ еңде. Ярыштар ысын мәғәнәһендә спорт һәм һаулыҡ байрамына әүерелде», - тип яҙа социаль селтәрҙә мәктәп хеҙмәткәрҙәре.

Фотоһүрәттәрҙә Куян, Шушнур, Никольск мәктәптәре уҡыусылары төшөрөлгән.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас