«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, төнгө өсөнсө яртыла Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында янғын сыҡҡан. Йортта алты балалы һигеҙ кешенән торған ғаилә йәшәгән.
Бәхеткә күрә, янғында бер кем дә зыян күрмәгән. Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, веранданың алыҫ мөйөшөндә ут сығыуын балалар күреп ҡалған, төтөн тиҙ арала өйгә тарала башлаған, янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы эшләп ебәргән. Барыһы ла урамға сығып өлгөргән. Оператив килеп еткән янғын һүндереүселәр 40 минуттан һуң ялҡынды һүндерә. Был хәлгә урам гирляндаһын тоташтырған төҙөк булмаған оҙайтыу ҡоролмаһы сәбәпсе булыуы ихтимал.
Был ваҡытта ғаиләне өс бала тәрбиәләгән ҡатын һыйындырған. Был фажиғә тураһында белеп ҡалған Өфө, Дүртөйлө, Нефтекама халҡы ла ғаиләгә ярҙам итергә ашыҡҡан: аҙыҡ-түлек, әйберҙәр килтергән. Ошо хаҡта ҡыҙынан ишеткәс, Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе ҡатын яҡташтарына ярҙам итергә булған һәм күршеләренә хәбәр иткән.
- Тәүлек эсендә шул тиклем күп кеше ярҙам итте, көтмәгәйнем дә. Йылы әйберҙәр, юрғандар, түшәк кәрәк-ярағы килтерҙеләр. Шулай ҙа беҙҙең кешеләр ысынлап та берҙәм һәм вайымлы, - тип уртаҡлашты ул.
Ағиҙел кешеләре ике машинала Әңгәсәк ауылына ғаиләгә кәрәкле әйберҙәрҙе илтеп биргән. Хәҙер ғаиләгә файҙаланыуға йорт тапшырылған.
- Киләсәктә хәлдәре яҡшырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Иң мөһиме, бөтәһе лә иҫән-һау, - тине Ағиҙелдә йәшәүсе ҡатын.