Ярыштарҙа Рәсәйҙең 11 субъектынан 400-ҙән ашыу спортсы көс һынашты. Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы 67 кеше иҫәбендә турнирҙа ҡатнашты, шуларҙың алтауһы Ағиҙел ҡалаһы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы исеменән сығыш яһаны.
Спортсыларыбыҙ призлы урындар яуланы. Данил Минникаев 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 16-18 йәшлек үҫмерҙәр араһында беренсе урын алды. Шулай итеп, ул икенсе йыл рәттән Волга буйы федераль округы чемпионы булды. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһының үҫмерҙәр йыйылма командаһы араһында берҙән-бер алтынды беҙҙең ҡала спортсыһы яуланы.
Өсөнсө урынды Булат Таһиров 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 19-21 йылғы юниорҙар араһында алды. Булат баштағы алыштарҙа Пермь крайынан үҙ ауырлыҡ категорияһында буласаҡ чемпионды еңеп сыҡты, ләкин финалда еңелде, унда спортсыға бер аҙ уңыш етмәне.
Шулай уҡ был категорияла Булат Ғилемханов та лайыҡлы сығыш яһаны, ул дөйөм зачетта бишенсе урын алды һәм уң, һул ҡулдарына өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы алды.