Урындағы яңылыҡтар
24 Января 2024, 10:40

Краснокама районында «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форум делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Район хакимиәтендәге оператив кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв Мәскәүгә «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форумына барыуҙан алған тәьҫораттарҙан башланы.

Краснокама районында «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форум делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлаштыКраснокама районында «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форум делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Краснокама районында «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форум делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Район хакимиәтендәге оператив кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв Мәскәүгә «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форумына барыуҙан алған тәьҫораттарҙан башланы.

- 21 йыл эшләү осоронда тәүге тапҡыр был сарала ҡатнаштым. Унда илдең 89 төбәктән 7,5 мең муниципалитет башлығы ҡатнашты. Тәүге көндө ВДНХ комплексында «Рәсәй» күргәҙмә-форумында булдыҡ, унда илебеҙҙең иң мөһим ҡаҙаныштары урынлаштырылған. Күргәҙмә үҙенең күләмлелеге менән беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Ул бик ыңғай һәм ҡыҙыҡлы. Төбәктәрҙең экспозицияларын ҡарағанда, ғәйәт ҙур илебеҙгә ғорурлыҡ тойғоһонан ситтә ҡалманыҡ.

ңБеҙ дискуссияларҙа ҡатнаштыҡ. Шуларҙың береһе Президент Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкселегендә «Көс - кешеләрҙә» исеме аҫтында Рәсәй муниципаль хеҙмәткәре эйә булырға тейешле мөһим сифаттар тикшерелде. Улар сыҙамлылыҡ, сабырлыҡ, намыҫлылыҡ һәм башҡалар. Әммә иң мөһиме - халыҡҡа хеҙмәт. Халыҡ өсөн хеҙмәт итеүеңҙе иҫкә төшөрһәң, барыһы ла үҙ урынына баҫа, тине Сергей Владиленович.

Икенсе көндө «Хеҙмәт» муниципаль премияһының беренсе конкурсы лауреаттары бүләкләнде. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Тап муниципаль кимәлдә илебеҙҙең образын билдәләнә, сөнки унда кешеләр үҙҙәренең киләсәген һәм бөгөнгөһөн күрә, тип билдәләне ул. Был осрашыу урындағы үҙидараның үҫешәсәген һәм урындарҙа йәшәү сифатын күтәрәсәген раҫланы.

«Урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырыу тураһындағы яңылыҡ менән дә илһамландыҡ. Хәҙер муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте башҡа һөнәрҙәр менән бер рәттән баһалана ала. Артабан форумда ҡатнашасаҡ башлыҡтарға ҡатнашыуҙарын теләйем - унда ҡатнашыусылар булараҡ ҡына түгел, номинанттар булараҡ барырға: бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар, - тине Арлан ауыл хакимиәте башлығы Раиса Сатаева.

А.Горбачёв та был фекерҙе раҫланы. «Форум үҙебеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге бирә. «Түңәрәк өҫтәлдәрҙә» ҡатнашып, беҙ яҡшыраҡ эшләй алыуыбыҙға инандыҡ: кимәлебеҙ бик юғары. Әммә уңышлы ҡулланырға мөмкин булған тәжрибәне лә күп күрҙек. Һәм беҙ илебеҙҙең масштабын тойҙоҡ. Һәр кем уның ғәйәт ҙур икәнлеген аңлай, ләкин ошондай сараларҙа ғына үҙеңде һиҙә башлайһың. «Үҫештә көс» һуңғы һүҙ көрәштереү майҙансығында районда дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙға һәм артабан да алға барыуыбыҙға ышаныс тыуҙы. Иң мөһиме туҡтамаҫҡа кәрәк, ул саҡта урын да лайыҡлы буласаҡ.

Ил Президенты Владимир Путин ҡаташлыгында сараларҙа беренсе тапҡыр түгемен, әммә был юлы мине бер нимә аптыратты; Владимир Владимирович залға килеп кергәндә тороп баҫҡан халыҡ, ул телмәрен һөйләп һәм лауреаттарҙы бүләкләп бөтөргәнсе урынына ултырманы. Бының менән кешеләр Президентҡа оло хөрмәтен һәм ил өсөн эшләгәндәрен хуплауын белдерҙе, - тине Алексей Александрович.

Краснокама районында «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форум делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Краснокама районында «Бәләкәй Ватан - Рәсәй көсө» муниципаль форум делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас