Ҡурай
+15 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
25 Января 2024, 12:26

Блокада икмәге

27 ғинуарҙа Ленинград ҡамауын тулыһынса бөтөрөүгә 80 йыл тула. Ошо дата уңайынан Ағиҙел ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында йәш армиясылар, мәктәп уҡыусылары, "Беренселәр хәрәкәте" ндә ҡатнашыусылар һәм "Варяг" хәрби-патриотик клубы ағзалары өсөн "Блокада икмәге" сараһы үтте.

Блокада икмәгеБлокада икмәге
Блокада икмәге

Йәштәргә Ленинград ҡамауы ваҡытында игендең минималь нормаһын нисек биреүҙәре хаҡында һөйләнеләр, 125 грамм ауырлыҡтағы ҡара икмәк киҫәген күрһәттеләр.

Блокадалы Ленинградта йәшәүсе Иран Иманьевич Шарапов сараның ҡунағы булды. Ул үҙенең хәтирәләре һәм һуғыштан һуң яҙмышы хаҡында һөйләне.

Хакимиәт башлығы Денис Ирназаров уны иҫтәлекле дата менән ҡотланы һәм «Ленинградты фашистарҙың блокадаһынан тулыһынса азат итеүгә 80 йыл тулыу уңайынан» почет билдәһен тапшырҙы.

 Ағиҙел ҡалаһының Ветерандар советы рәйесе Марсель Хаммат улы Усманов Ленинград ҡамауы тураһындағы һандарҙы һәм факттарҙы һөйләне. Сараны тамамлап,  Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас