Ҡурай
+23 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
24 Января 2024, 19:49

Краснокаманы ҡар күмҙе

Был аҙнаның төп темаһы - ҡар. Былай һуңғы тиҫтә йылдардағына ҡарай ишеп яуған ине, ә был ял көндәрендә өй ҡыйыҡтарына ҡаҙәр күмҙе. Һис ҡасан булмағанса, тәҙрәләремҙең яртыһын көрт ҡаплап ҡуйған, хатта бүлмәм ҡараңғыланып китте.

Краснокаманы ҡар күмҙеКраснокаманы ҡар күмҙе
Краснокаманы ҡар күмҙе

Был аҙнаның төп темаһы - ҡар. Былай һуңғы тиҫтә йылдардағына ҡарай ишеп яуған ине, ә был ял көндәрендә өй ҡыйыҡтарына ҡаҙәр күмҙе. Һис ҡасан булмағанса, тәҙрәләремҙең яртыһын көрт ҡаплап ҡуйған, хатта бүлмәм ҡараңғыланып китте.

Дүшәмбе эшкә көс-хәл менән керҙек. 20 йыл эшләү дәүерендә редакцияға «тоннель» буйынса инеүебеҙҙе хәтерләмәйем. Был «кәзә һуҡмағы» түгел, ә «ҡыр сысҡаны өнө».

Урамнан бер еңел машина көскә үтәрлек: ҡайһы бер урындарҙа юл шул тиклем тарайған, хатта көрткә теймәү өсөн виртуоз барырға кәрәк. Төҙөүселәр һәм Карл Маркс урамдары кер йыуыу таҡтаһына әйләнде. Машинаны шундай һикертә, үҙеңде «Париж-Дакар» автораллийынҙа кеүек хис итәһең

Октябрь урамы ғына хәл төҫлө, ошоно һиҙеп, күп кенә автоһәүәҫкәрҙәр ошо урамдан йөрөй башланы. Ләкин шишәмбе көндө бында нисектер маршрут автобусы көрткә төшөп, оҙаҡҡа юлды кәртәләне. Водителдәр һәм яҡындағы йорт кешеләре, көрәктәр менән ҡарҙы таҙартып, урау юл яһаны - шул рәүешле хасил булған бөкө урынынан куҙғалҙы.

Шишәмбегә Юл урам ғына түңгәктәр һәм соҡорҙарҙан аҙат ителде. Ләкин алай ҙа Николо-Берёзовка-Нефтекама автомобиль юлында тәгәрмәс эҙе барлыҡҡа килгән: бында рельстар буйлап барған кеүек - унан сыҡһаң, машинаны үҙенән-үҙә ситкә ташлай. Ғәҙеллек хаҡына әйтергә кәрәк, ҡалала юлдар тағы ла насарыраҡ, ләкин бынан беҙгә еңел түгел.

Яҡшы хәбәрҙәрҙән - контейнер майҙансыҡтары тейшенсә таҙартылған: тимәк, сүп-сар ташыусыларға сүп-сарҙы алыу мөмкинлеге бар, һәм беҙ ҡалдыҡтарға батмайасакбыҙ.

Коммуналь хеҙмәттәгә теләк - юлдарды грейдер менән тигеҙләргә һәм урамдарҙы киңәйтергә кәрәктер бит, юғиһә йәйәүлегә күсергә тура килә, сөнки машиналарға район үҙәге буйлап йөрөүе уңайһыҙ.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас