Ҡурай
+20 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
26 Января 2024, 07:46

Ағиҙелдә мөнәжәттәр кисәһе үтте

"Аулаҡ өй" клубында  быйылғы тәүге осрашыу  мөнәжәттәргә арналды.

Ағиҙелдә мөнәжәттәр кисәһе үттеАғиҙелдә мөнәжәттәр кисәһе үтте
Ағиҙелдә мөнәжәттәр кисәһе үтте

Мөнәжәт - музыкаль-шиғри фольклорҙың боронғо һәм популяр лирик жанрҙарының береһе. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «мөнәжәт» үҙ-үҙең менән һөйләшеүҙе, мөрәжәғәт итеүҙе, доға ҡылыуҙы аңлата. Ошо вокаль йүнәлештәге текст-шиғырҙар иман, кешелек йәшәйешенең мәғәнәһе һәм серҙәре, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, тыуған ер һәм бурыс тураһында дини-фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған.

Сараға ислам динен таратҡан Тәскирә абыстай һәм мәсеттә уҡытҡан остаз Финә Шәмсетдинова саҡырылғайны.  Улар иман, урындағы мәсеттә уҡыу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Тәскирә абыстай ҙа үҙенең китабынан бер нисә шиғыр уҡыны.  Клубта ҡатнашыусылар Зөлфиә Ғәлина һәм Наилә Кәримова вокаль мөнәжәттәр башҡарҙы, ә Луиза Вәлиева әсәһе яҙып алған мөнәжәттәрҙе уҡып ишеттерҙе. 

Кисәне ойоштороусылар ҡатнашыусыларға мөнәжәттәрҙең тәҡдим ителгән тексын үҙҙәре башҡарырға һәм уларҙы ижад итергә тәҡдим итте.



Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас