Ҡурай
+9 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
26 Января 2024, 09:13

“Минең милли аш-һыуым”

Флешмобҡа ҡушылдылар

“Минең милли аш-һыуым”“Минең милли аш-һыуым”
“Минең милли аш-һыуым”

25 ғинуарҙа Яңауыл районы мәктәптәре Башҡортостанда үткәрелгән “Минең милли аш-һыуым” тип аталған флешмобҡа ҡушылды.  Мәртәбәле акцияның төп маҡсаттары булып уҡыусыларҙа дөрөҫ һәм файҙалы туҡланыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, аш-һыу, милли аш-һыуҙарҙы әҙерләүгә өйрәтеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, үҙең йәшәгән төбәктең милли аш-һыуҙарын белеү, популярлаштырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең бәҫен күтәреү торҙо.
Был көндө төрлө мәктәптәрҙә бишбармаҡ, туҡмас, ҡуллама, һалма, йыуаса, ҡыҫтыбый, бауырһаҡ, бәрәмәс, ҡош теле һәм башҡа милли аштар әҙерләнде.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас