Уҙған йыл ахырында Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында Яңауыл районынан да делегаттар ҡатнашты. Был форум тураһында улар нимә һөйләй?
Фәрит Шәрәфетдинов: — Мин «Бизнес-Ҡоролтай» секцияһында ҡатнаштым, унда мөһим мәсьәләләр тикшерелде, социаль-иҡтисади үҫеш, агросәнәғәт комплексы, тәбиғәт ресурстары һәм экология, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, йәғни иҡтисадтың төп нигеҙен тәшкил иткән өлкәләр эшенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостанда тыуып, бөгөн республиканан ситтә йәшәүсе бизнесмендар ҙа бар ине, улар үҙҙәренең эше тураһында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Үҙ эшен асырға теләүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын әйттеләр. Тимерселек эшен асҡан Асҡын кешеһенең сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Туризм темаһына ҙур иғтибар бүленде. Былар бөтәһе лә бизнес менән уңышлы шөғөлләнеү өсөн республикабыҙҙа бөтә шарттар ҙа булдырылыуы тураһында һөйләй. Б е р с ы ғ ы ш я һ а у с ы ң : «Башҡорт — ул үҙенең матур тыуған төйәген яратҡан һәм уның менән ғорурланған, үҙендә, ғаиләһендә, йортонда, эшендә, йәшәгән урынында, республикаһында, илендә социаль-иҡтисади, яуаплы һәм эҙмә-эҙлекле социаль-иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырырға һәләтте барлыҡҡа килтереүсе», - тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм.
Светлана Хашимова:
— «Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше» секцияһы эше бик нәтижәле һәм бай булды. Тәүҙә һүҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, ҡоролтайҙың тарихи комиссияһы рәйесе Азат Йәрмуллинға бирелде. Ул һуңғы ваҡытта тормошҡа ашырылған «Шайморатовсылар», башҡорт ырыуҙары хәрәкәттәре кеүек тарихи проекттар тураһында бәйән итте. Республикаға нигеҙ һалыусы ш ә х е с т ә р ҙ е ң и ҫ т ә л е г е н мәңгеләштереү эшенә айырым туҡталды. Был эш БР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу уңайынан башланғайны. Билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Муллайән Халиҡов һәм Хафиз Ҡушаев, легендар комбриг, дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин, 1938 йылда Хәсән күлендәге яуҙар геройы, лейтенант Ғәни Ғәлимов, һәм, әлбиттә, улар араһында яҡташыбыҙ, сығыш яһаусы әйтеүенсә, «күренекле мәғариф эшмәкәре» Хәлим Әмиров исемен ишетеү ғорурлыҡ тыуҙырҙы. М и ң ә , т ы у ғ а н я ҡ т ы өйрәнеүсе булараҡ, ғалим Клара Әғлиуллинаның Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә тыуған яҡты өйрәнеү һәм топонимика эштәре нисек ойошторолоуы тураһындағы сығышын тыңлау ҡыҙыҡ булды. Бөтә сығыштар ҙа тарихи хәтерҙе һаҡлау — башҡорт халҡы мираҫының принципаль позицияһы тигән һығымтаға килтерҙе. Рафаил Яхин: — Яҙыусы, аҡһаҡал, съезды асыу хоҡуғы бирелгән Ҡәҙим Аралбаев «Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше» секцияһы ултырышында Өфөлә Хәлим Әмировҡа таҡтаташ асыу һәм бөтә эштәрен айырым китап итеп сығарыу тәҡдимен индерҙе. Уран ырыуы башҡорто Хәлим Әмировтың бөтә башҡорттар, бигерәк тә Башҡортостандың абруйлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында танылыу алыуына ғорурланып ултырҙым.