Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
5 Февраля 2024, 14:36

Ағиҙелдә Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнде

4 февралдә бөтә донъя Яман шешкә ҡаршы көрәш көнөн билдәләне. Ағиҙел ҡалаһының «Йәш Гвардия» активистары был хәрәкәткә ҡушылды һәм ҡала халҡына яман шешкә ҡаршы көрәш символдары менән мәғлүмәт буклеттарын таратты.

Ағиҙелдә Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләндеАғиҙелдә Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнде
Ағиҙелдә Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнде

Йәш гвардиясылар кеше өсөн яман шештең ни тиклем таралыуы һәм хәүефле булыуы тураһында һөйләне. Бындай аң-белем таратыу саралары даими үткәрелһә  яман шеште дауалау һәм асыҡлау, шулай уҡ уларҙы иҫкәртеү һәм булдырмау йәһәтенән халыҡтың хәбәрҙарлығын күтәрәсәк.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас