Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Февраль 2024, 20:48

Шашка буйынса ҡала беренселеге үтте

Бөгөн Ағиҙелгә эш визиты менән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина килде.  

Шашка буйынса ҡала беренселеге үтте
Шашка буйынса ҡала беренселеге үтте

Ул 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары менән осрашты, унда дөйөм белем биреү учреждениелары араһында шашка буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары ҡала беренселегенең мәктәп этабы үтте.

Яҡын арала был ярыштар ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә үткәреләсәк, ә иң яҡшы ике команда республика этабында ҡатнашасаҡ. Төбәк этабында еңеүсе команда Бөтә Рәсәй этабына ебәрелә.

Ағиҙелдә  балалар яңы уҡыу йылы башынан шашка менән даими шөғөлләнә, һәм уларҙың күнекмәләре яҡшы һөҙөмтәләр килтерә. Бындай дәрестәр ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә үткәрелә. Тамара Михайловнаның ярҙамы һәм ҡатнашыуы был проектты үҫтерергә мөмкинлек бирҙе.

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас