Ҡурай
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
10 Февраль 2024, 19:59

Ағиҙелдә «Ҡоштарҙы ашатайык!» акцияһы бара

Быйылғы ҡыш ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар өсөн бигерәк тә ҙур һынауҙар алып килде: сатлама һалҡындарҙы ҡарлы бурандар алыштырып ҡына торҙо.

Ағиҙелдә «Ҡоштары ашатайык! » акцияһы бара
Ағиҙелдә «Ҡоштары ашатайык! » акцияһы бара

«Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге йыл һайын «Ҡоштарҙы ашатайыҡ!» акцияһын үткәрә. Быйыл был акцияла Фәнисә Семенушкина етәкләгән «Ынйылар» фольклор ансамбле әүҙем ҡатнашты. Балалар ҡоштар өсөн матур тағараҡтар яһап элделәр, унда көн һайын аҙыҡ һалалар.

Балаларҙың тырышлығын күреп, акцияға өлкәндәр ҙә ҡушылды.

- Беҙгә ҡоштарға аҙыҡ һалыу ауыр түгел, көн һайын урамға сыҡҡанда үҙебеҙ менән аҙыҡ алып сығабыҙ. Балаларға үрнәк булып, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә кәрәк, - ти хеҙмәт ветераны, «Ағиҙел ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Почет билдәһе эйәһе Фәүки Фәтхи улы Аскаров.

Акция көндәр йылынып, ҡар ирегәнсе дауам итәсәк.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас