+4 °С
Облачно
Был аҙнала Яңауылда билдәле башҡорт кинорежиссеры, "Башҡортостан" киностудияһы хеҙмәткәре, Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы Роман Пожидаев «Йөгәмештау тураһында легенда» проекты сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары өсөн кино сәнғәте буйынса дәрестәр уҙғара. Атап әйткәндә, бөгөн, 14 февралдә, кастинг уҙғарҙы. Һайлап алынған балалар май-июнь айҙарында "Йөгәмештау тураһында легенда: юғалған ҡаласыҡ" нәфис фильмында төшәсәк.