Ҡурай
+29 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
15 Февраля 2024, 14:53

Ағиҙел йәштәре алғы һыҙыҡта яугирҙар өсөн супер-шырпылар әҙерләне

 Активистар махсус хәрби операция зонаһына яугирҙарға оҙатыу өсөн «супер-шырпылар» партияһын әҙерләне.

Ағиҙел йәштәре алғы һыҙыҡта яугирҙар өсөн супер-шырпылар әҙерләнеАғиҙел йәштәре алғы һыҙыҡта яугирҙар өсөн супер-шырпылар әҙерләне
Ағиҙел йәштәре алғы һыҙыҡта яугирҙар өсөн супер-шырпылар әҙерләне

Уларҙы эшләү буйынса белемдәре һәм тәжрибәләре менән  маскировка селтәрҙәре үреү үҙәгендә өлкәндәр уртаҡлаштылар. Йәштәр оҙайлы яныу шырпыларын эшләү технологияһын үҙләштерҙе, шунан һуң уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләне.

Акцияны Йәштәр советы ойошторҙо. Сарала Йәштәр советы, "Йәш Гвардия", "Беренселәр хәрәкәте" активистары һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Бындай ҡулайламаларҙы ҡул аҫтындағы сараларҙан әҙерләргә мөмкин - аш-һыу шырпыһына еп һәм салфетка һалып, парафин ҡойорға мөмкин. Бындай шырпыны  ел иҫкән һәм дымлы көндә лә ҡулланырға мөмкин, ялҡын ярайһы уҡ көслө, ә шырпы оҙаҡ яна, хатта усаҡ яғыуҙан тыш, һыуҙы ла йылытырға мөмкин.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас