Ҡиммәтле ҡорамалдар үҙебеҙҙең илдә етештерелгән. Яңы аппарат сифатлы электрон фотоһүрәттәр төшөрә һәм шунда уҡ уларҙы «ПроМед» берҙәм системаһына индерә. Ниндәй ҡалала булыуына ҡарамаҫтан, тикшереү һөҙөмтәләрен һәр табип ҡарай ала.
Хәҙер флюорография процедураһы аҙ ғына ваҡыт ала һәм пациенттар өсөн аҙыраҡ хәүефле. Ә юғары диагностика аныҡлығы ауырыуҙарҙы иртә стадияла ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
Медицина хеҙмәткәрҙәре бындай ыңғай үҙгәрештәрҙән шатланыуын йәшермәй һәм яңы аппараттарҙа бөтә кәрәкле тикшеренеүҙәр уҙғарып, пациенттарҙы ҡабул итә башлаған да инде.