17 февралдә Яңауылда Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге Кубок өсөн республика ҡышҡы Шайморатов уйындары үтте.
Командалар өсөн тәүге һынау - улар 14 ине - сафта йөрөү һәм йырҙар ҡарау булды, артабан үҫмерҙәрҙе хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре буйынса ярыштар көттө, шулай уҡ ҡатнашыусылар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интеллектуаль викторина, Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм М.М. Шайморатов тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡышҡы шайморатов уйындарының абсолют еңеүсеһенә - ул Кырмыҫҡалы районы командаһы булды - Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге күсмә Кубок тапшырылды. И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияның 6 класс уҡыусылары тиҫтерҙәре араһында иң яҡшылары тип танылды, лицейҙың 5 класс уҡыусылары икенсе һөҙөмтә күрһәтте.