Унда ҡала хәкимиәте башлығы Денис Ирназаров тәүге интервьюһын бирҙе, ә мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Шурупова яңылыҡтар студияһында үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡараны.
Башҡорт гимназияһында елестудияның барлыҡҡа килеү тарихы 2019 йылда уҡ башлана. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр каналы мәктәп киностудиялары селтәрен булдыра башлай. Был проект Башҡортостан Республикаһының телдәрҙе үҫтереү дәүләт программаһы һәм экс-премьер Дмитрий Медведевтың дөйөм белем биреү ойошмаларында балалар телевидениеһын булдырыу һәм уға ярҙам итеү тураһындағы бойороғо буйынса тормошҡа ашырыла. Проектта республиканың 11 мәктәбе араһында Ағиҙел ҡалаһының Башҡорт гимназияһы ла ҡатнаша. Өфөлә «Тамыр телеселтәре» беренсе тренинг-интенсивы үтә, унда ижади гимназистар һәм педагог-ойоштороусы Лениза Фәтхетдинова саҡырыла. Балалар телевизион контент булдырыу буйынса теоретик белем ала, сценарийҙар яҙыу, төшөрөүҙәрҙә, монтажлау буйынса практик эштә ҡатнаша.
Балалар телевидениеһы идеяһын күптән түгел генә тормошҡа ашыра алдылар.
- Медиа киңлеген булдырыу еңелдән булманы. Камераға һөйләү, монтажлау еңел түгел, әммә берҙәм тырышлыҡ менән ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, күңелле сюжеттар булдыра аласағыбыҙға мин ышанам. Ҡала һәм мәктәп яңылыҡтарын да төшөрәсәкбеҙ. Беҙҙең маҡсат - балаларҙы телевизион контент ижад итергә өйрәтеү. Беҙ даими нигеҙҙә эшләйәсәк рубрикалар уйлап таптыҡ: «Беҙҙә ҡунаҡта», «Мәктәп яңылыҡтары», «Ҡала яңылыҡтары» Билдәле кешеләрҙе, медиа һәм уңышлы шәхестәрҙе ҡунаҡҡа көтәбеҙ, - тине гимназия директоры Гөлшат Әхиәрова.
Медиаүҙәк булдырыуға 730 мең һум аҡса бүленгән, шуларҙың 500 меңе - республика аҡсаһы, 120 меңе - муниципаль бюджеттан. Ҡала Советы рәйесе Руслан Хәлитов һәм ата-әсәләр бағыусылар ярҙамы күрһәткән.
Был суммаға телестудияла ремонт яһала, мебель, профессиональ ҡорамалдар һатып алына, атап әйткәндә: яҡтыртыу, тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, ҡеүәтле компьютер. Ремонт атаәсәләр һәм уҡытыусылар көсө менән башҡарыла. Интерьерҙы булдырыуҙа балалар ярҙам итә, идеялар тәҡдим итә. Студияла алты локация бар, был төрлө һәм ҡыҙыҡлы сюжеттар төшөрөргә мөмкинлек бирә. Ҡатмарлы һәм ғәҙәти булмаған сюжеттар төҙөү өсөн хромакей һатып алалар.
Телестудия асылыуы менән гимназистарҙы хакимиәт башлығы Денис Ирназаров ҡотланы: «Ҡалаға килеп, телестудия төҙөү идеяһы тураһында белгәс, шунда уҡ уны эләктереп алып, ғәмәлгә ашырыу дауамында тикшереп торҙом. «Мәктәп инициативалы бюджетлау» төбәк программаһы ярҙамында пландар тормошҡа ашырылды. Был студия бөтә ҡала именлеге өсөн эшләйәсәк һәм балалар үҫешенә яңы импульс бирәсәк. Интервью алыу, видеокамераға яҙҙырыу оҫталығы, монтажлау - балаларыбыҙға киләсәктә кәрәкле нәмәләр», - тине ул.
- Уҡыусылар үҙҙәрен журналист, оператор, монтажсы ролендә һынап ҡарай алһын өсөн студияла бөтә шарттар ҙа булдырылған. Был уларға был һөнәрҙә тәүге күнекмәләр алырға ярҙам итәсәк. Бында бөтә нәмә лә яҡшы ойошторолған һәм бик матур, - тине үҙен яңылыҡтар студияһында алып барыусы ролендә һынап ҡараған мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Шурупова.