Икенсе көн Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовкала һайлауҙа. Беренсе һайлаусыларҙы көтәбеҙ, ә был шәмбе булғанлыҡтан, халыҡ ашыҡмай. Комиссия ағзалары менән әкрен һөйләшәбеҙ. Был участкала блогер-күҙәтеүсе булараҡ өсөнсө һайлауым уҙа, һәм был участканы мин ирекһеҙҙән «беҙҙеке» тип атайым. Беҙҙә таҙа, уңайлы, йылы. Һәм бик дуҫтана.
Комиссия ағзалары ла күптән миңә таныш кешеләр - ғүмере буйына тиерлек бер районда эшләне. Участка һайлау комиссияһының компартиянан ағзаһы Флүс Яҡупов, мәҫәлән, минең күршем, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер һәйбәт кеше. Тимеровтарҙың элекке йортонда мин хәҙер йәшәйем, ә бында, участка комиссияһында, ике апалы-һеңелле Эльвира һәм ИринаТимеровтар эшләй. Өлкәндәре, "Раздолье" психоневрология интернаты директоры Ирина Фирҙинәт ҡыҙы, 2382 участка һайлау комиссияһы рәйесе: һәр саҡ талапсан, суперяуаплы, закондың хәрефенә тура килтереп эшләй.
Беҙҙә КОИБ-тар тора, техника махсус белем талап итә, был эштә белгесебеҙ Светлана Бикбаева. Аҡыллы машинаның нимә теләгәнен ярты һүҙҙән аңлай. Ә ул ысынлап та аҡыллы - өйрәтә, иҫкәртә һәм хатта рәхмәт әйтә.
Ниһайәт, һайлаусылар килә башланы. Тәүгеләрҙән булып участкаға улы Алмаз менән Гүзәл Шәмсеғәлиева килде. "Мин улыма минең менән барырға, тауыш биреү барышын ҡарарға тәҡдим иттем, һәм ул шатланып ризалашты", - ти ул. Малай әсәһе менән кабинаға инеп, әсәһе әйткәнсә, билдә ҡуйҙы һәм бюллетенде КОИБ-ҡа төшөрҙө. Тәүге һайлаусылар булараҡ улар ҙур булмаған презентация алды. Ә иң мөһиме малай тәүге тауыш биреү тәжрибәһен алды: һайлау - ул бурыс та, хоҡуҡ та икәнлеген аңларға өйрәнә.