+15 °С
Дождь
17 мартта Яңауылда ҡышты оҙатыу - Масленица байрамы үтте. Ҡайнар самауыр байрам кәйефен күтәрһә,күмәк көс менән әҙерләнгән табындың төп атрибуты - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине. Тәмлекәстәр менән бер-береһен, балаларҙы һыйлаған халыҡ йырлап-бейеп күңел асты,төрлө уйындар уйнап кинәнде. Йылдағыса төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам-ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды.