Ҡурай
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Этник һүрәтле футболкалар

Был аҙнала Ағиҙелдең тиҫтәләгән уҡыусыһы һәм бер нисә әсә үҙ гардеробын уникаль футболкалар менән тулыландырҙы. Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Башҡорт этник стилендә футболкалар биҙәлеше» тип аталған оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.

Этник һүрәтле футболкалар
Этник һүрәтле футболкалар

Эшкә тотонор алдынан китапхана методисы Нурия Исламова башҡорт милли биҙәктәре хаҡында һөйләне. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар башҡорттарҙың биҙәктәренең ике төрө булыуын белде: геометрик һәм үҫемлек төрҙәренә.

Һәр өлгө нимәнелер аңлата, мәҫәлән, ҡуҫкар - һарыҡ мөгөҙө - малсылыҡ, үлән, уңдырышлылыҡ символы; йөрәк - ҡунаҡсыллыҡ; ҡояш билдәһе - тормош символы; ромб - игенселек символы.

Төп төҫтәр - ҡыҙыл, йәшел, һары, аҡ, ҡара.

Һуңынан китапханасы Флүрә Ғәйҙуллина этнофутболкалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, туҡымаға акрил буяуҙар менән эшләүҙең төп этаптарын аңлатты.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: