Ҡурай
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары телекүпер аша Ҡырымдағы тиҫтерҙәре менән аралашты

Ҡырым яҙының 10 йыллығы айҡанлы үткәрелгән акцияға Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡушылды. 14 мартта улар Ҡырым, Бүрәт Республикаһы, Башҡортостан, Дағстан һәм Санкт-Петербург мәктәптәре менән телекүперҙә ҡатнашты.

Ағиҙел ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары телекүпер аша Ҡырымдағы тиҫтерҙәре менән аралашты
Ағиҙел ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары телекүпер аша Ҡырымдағы тиҫтерҙәре менән аралашты

Телекүперҙе Башҡорт гимназияһының педагог-ойоштороусыһы Лениза Фәтхетдинова үткәрҙе. Унда 10 белем биреү учреждениеһы ҡатнашты: өсәүһе Башҡортостан Республикаһынан, өсәүһе Бүрәт Республикаһынан, икәүһе Ҡырым Республикаһынан, Дағстан Республикаһы гимназияһы, Санкт-Петербург урта мәктәбе.

Телекүпер трансляцияһы интерактив таҡтала барҙы. Унда шайморатов класы уҡыусылары һәм «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары ҡатнашты. Улар тиҫтерҙәрен Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыу менән ҡотланы, Рәсәй гимнын башҡарҙы, башҡорттарҙың милли ризығы - сәк-сәк, милли батыры Салауат Юлаев тураһында һөйләне, башҡорт телендә йыр башҡарҙы, «Хан-ҡыҙы» башҡорт бейеүен башҡарҙы. Ҡала йәш шағирҙар конкурсы еңеүсеһе Әмир Ҡәйүмов  «Патриот булырға» шиғырын уҡыны. Башҡортостан, Бүрәтстан, Ҡырым, Дағстан уҡыусылары ла милли телдә шиғырҙар һөйләне, бейене һәм йырланы. Санкт-Петербург мәктәбе уҡыусылары Ҡырым ярымутрауы тураһында тарихи роликтар күрһәтте. Улар ҡотлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булырға шат булыуҙары хаҡында әйтте. Осрашыу аҙағында балалар бергәләп Рәсәй Федерацияһының гимнын башҡарҙы.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: