Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел ҡалаһы уҡыусылары «Ирҙәр һөйләшеүе» патриотик форумында ҡатнашты

19 марттан 21-нә тиклем Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик парк биләмәһендә «Ир-егеттәр һөйләшеүе» республика йәштәр патриотик форумы уҙҙы. Форумға бөтә республиканан 250 уҡыусы - уҡыу алдынғылары, йәш армиясылар, аталары махсус хәрби операцияла булған, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары саҡырылғайны. Беҙҙең ҡаланан Руслан Холбан исемендәге 1-се мәктәп уҡыусылары Әмир Исламов, Алмаз Мөхитов һәм Булат Яппаров ҡатнашты.

Ағиҙел ҡалаһы уҡыусылары «Ирҙәр һөйләшеүе» патриотик форумында ҡатнашты
Ағиҙел ҡалаһы уҡыусылары «Ирҙәр һөйләшеүе» патриотик форумында ҡатнашты

Форумда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Серафимов, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, донъя чемпионы, ҡатнаш көрәш сәнғәте көрәшсеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Джефф Монсон һәм башҡа билдәле кешеләр ҡатнашты.

Көн саҡырылған ҡунаҡтар менән иртәнге зарядканан башланды. Радий Фәрит улы зарядканы егеттәр  менән бергә эшләне. Артабан «Батырҙар ярышы» башланды. Был ысын мәғәнәһендә көс һәм оҫталыҡ һынауы булды. Һәр ҡатнашыусы үҙе ярыш төрөн һайланы: атыу, тактик, хәрби-медицина, ут һәм физик әҙерлек, Калашников автоматын һүтеү/йыйыу.

Радий Хәбиров  һәр төр буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән егеттәрҙе Башҡортостан символикаһы төшөрөлгән сәғәттәр менән бүләкләне.

Ойоштороусылар һәр ҡатнашыусыға тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры ҡултамғаһы ҡуйылған сертификаттар һәм «Патриот» паркы символикаһы төшөрөлгән иҫтәлекле сувенирҙар тапшырҙы.

- Форумдан бик ҡәнәғәт,  ыңғай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Сәфәр беҙгә мөһим һабаҡ, маҡсаттарыбыҙға ирешеү өсөн илһам һәм дәртләндереү бирҙе, - тине егеттәр.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: