Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
28 Март 2024, 17:58

«Колибри» яугирҙарҙы ҡотҡара

Ағиҙел ҡалаһының медицина хеҙмәткәре үткән йылдың йәйендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Һәм бөгөн “Колибри” ҡушаматлы яугир Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының госпиталь взводында хеҙмәт итә.

«Колибри» яугирҙарҙы ҡотҡара
«Колибри» яугирҙарҙы ҡотҡара

“Колибри” үткән йылдың апрель айында тактик медицинаны өйрәнгәндә башҡорт медротаһы турында ишетеүен әйтә. Шунан башлап ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыу теләге менән яна башлай. Был ҡарар уға еңел бирелмәй: ике балаһы, әсәһе, һеңлеһе, етмәһә, тыуған медучреждениеһында яуаплы эше бар. Шуға ҡарамаҫтан, ул етди ҡарар ҡабул итә һәм башлап был турала әсәһенә әйтә.

“Әсәйемә — 71 йәш, ул ҙур педагогик стажға эйә. Бик аҡыллы кеше. Уға махсус хәрби операция зонаһына барып хеҙмәт итергә теләгем барлығы тураһында һөйләнем, дәлилдәр килтерҙем. Ул мине бүлдермәй генә иғтибар менән тыңланы. Мине ҡосаҡланы ла, фатихаһын бирҙе. Уның: “Ҡыҙым, мин һиңә ышанам, ғаиләбеҙгә һәм тыуған яғыңа тоғро ҡалырһың тип өмөтләнәм. Хеҙмәт ит, үҙ бурысыңды үтә. Ейәндәремде ҡарармын, бер нимә тураһында ла борсолма”, тигән һүҙҙәре күңелемдә әле һаман яңғырай. Мине яуаплы кеше итеп тәрбиәләгәне өсөн әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Балаларым барыһын да аңлай. Ҡыҙым илап алды, шулай ҙа ҡарарымды ҡабул итте. Улым шунда уҡ хупланы, әле, мин өйҙә саҡта, хәрби кейемде өҫтөмдән һалдырмай ҙа. Балаларым — алғы һыҙыҡта миңә ярҙам итеүсе, көс биреүсе ҡанаттарым”, — ти “Колибри”.

Бәләкәй, һомғол, сибәр, һөйкөмлө, спортсы — уға “Колибри” ҡушаматы шул тиклем килешле. Махсус хәрби операцияға тиклем ҡалала поликлиника бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Йога менән шөғөлләнә, бүлектең спорт сараларында әүҙем ҡатнаша.

2023 йылдың декабрь аҙағында ул Ағиҙелгә отпускыға ҡайта. Ваҡытында 2-се мәктәпте тамамлаған уҡыусыны тыуған белем усағына Батырлыҡ дәресенә саҡыралар, ул хеҙмәте тураһында һөйләй.

— Хәрби әҙерлек үткәндән һуң, махсус хәрби операцияға юлландыҡ, минең һуғышсан ҡарашым үҙгәрмәне. Ә ҡурҡыу һәр кемдә лә бар инде ул. Ә бына тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе, мин уға еңелсәрәк ҡарай башланым. Тирә-йүндәгеләрҙең миңә ҡарата фекере мөһим түгел. Мин кемдеңдер ҡараштарын йәки фекерҙәрен түгел, ә үҙ тормошомдо нығыраҡ ярата башланым. Батырлыҡ махсус хәрби операцияла аҡыл менән һәм күпкә мәғәнәлерәк ҡабул ителә, — тип фекере менән уртаҡлашты ул.          

— Шәфҡәт туташы һөнәре миңә бәләкәйҙән оҡшаны. Ваҡыт үтеү менән мин шуны аңланым: ҡыйыу кешеләр медицинаны һайлай, — ти “Колибри”.

Махсус хәрби операцияла тактик медицина ҡулланыла — был ашығыс ярҙам, ул яраларҙы бәйләүҙе, жгуттар һалыуҙы, ҡан ағыуын туҡтатыуҙы, һалдаттарҙы һуғыш яланынан алып сығыуҙы үҙ эсенә ала.

— Әлбиттә, махсус операцияға барғас, бер аҙналап күнектек, бик ҡурҡыныс, тауышлы ине. Эш — 24/7, алмаштырыу юҡ. Хәрби форма  минең буйға һәм үлсәмгә иҫәпләнмәгән. Хәрби кейем 48-се үлсәмдән, ә минеке — 42, аяҡ кейеме 39-сы үлсәмдән башлана, барыһы ла бәләкәйләтеп тегелде, - тип хәтерләй ул.

Медрота хәрби хәрәкәттәр урынынан алыҫ түгел урынлашҡан. Госпиталгә еңелсә яраланған яугирҙар эләгә, табиптар ҙа шунда уҡ йәшәй.

Күптән түгел “Колибри”ға генерал М.Шайморатов исемендәге миҙал тапшырылған. Ул — гүзәл заттар араһында был наградаға лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ. Был миҙал менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа; ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа; хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бүләкләнәләр.

— Бер табип уртаса 50 яугирҙы сафҡа кире ҡайтара ала, шуға күрә улар бик кәрәк. Иҫкә төшөрәйек,  Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында медиктар хәрбиҙәрҙең 70 процентын сафҡа ҡайтарған, — тип һөйләй “Колибри” балаларға.

Медицина хеҙмәткәрҙәренең буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек, шуға күрә күңелһеҙләнергә тура килмәй. Әгәр бер аҙ ваҡыт килеп сыҡһа, ул туғандары һәм яҡындары менән аралаша.

— Балаларым минең өсөн — геройҙар. Улар мине лайыҡлы һәм сабыр ғына көтә, - тип һүҙен йомғаҡлай “Колибри”.

“Ни өсөн мин контракт буйынса хеҙмәтте һайланым? Мин махсус хәрби операция зонаһында ни эшләйем? Аңлайһығыҙмы, миңә һәм минең иптәштәрем өсөн “бурыс” һәм “илһөйәрлек” һүҙҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Алғы һыҙыҡта улар айырым мәғәнә менән тулылана. Һәм беҙҙең бурысыбыҙ — еңеү. Гражданкалағы яҡташтарыма: һеҙ беҙгә кәрәк — һеҙҙең белемегеҙ, ҡулдарығыҙ һәм Тыуған илгә һөйөүегеҙ кәрәк, тип әйткем килә. Беҙгә ҡушылығыҙ. Дөйөм тырышлыҡ менән беҙ махсус хәрби операция ҡуйған маҡсаттарға ирешәсәкбеҙ, бурыстарын үтәйәсәкбеҙ. Бында беҙ — бер ҙур ғаилә”, — ти “Колибри”.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас