Ҡурай
+4 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
29 Марта 2024, 07:42

Наурыз байрамы үтте

Добавить в предпочтительные источники Google
Наурыз байрамы үттеНаурыз байрамы үтте
Наурыз байрамы үтте

21 мартта күп халыҡтар Наурыз байрамын үткәрә, ул боронғо замандарҙан төрки халыҡтары тарафынан билдәләнгән иң боронғо байрамдарҙың береһе, ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Был байрамдың тарихы һәм традициялары төрлө илдәр халыҡтарының милли мәҙәниәттәрен берләштерә.

Байрам Краснохолмскиҙа башҡорт, татар, әзербайжан халыҡтары вәкилдәрен  йыйҙы, һәр береһе үҙ милләтенең мәҙәниәте күрһәтте, ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтарынан ауыҙ иттерҙе.

Ҡалтасы – күп милләтле район, шуға күрә табын менән генә сикләнмәй, ә сағыу тамашаға әйләнгән байрамда беҙҙең яҡтарҙа йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең ижади коллективтары ла ҡатнашты.

Фарсы теленән тәржемә иткәндә Наурыз “яңы көн” тигәнде аңлата, ул яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көнгә (21 мартҡа) тап килә. Уны Үҙәк Азияла, Кавказда, Яҡын Көнсығышта, илебеҙҙең күп кенә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла байрам итәләр.

Байрамдың тарихы меңәрләгән йылдар тәшкил итә. Боронғо ышаныуҙар буйынса, һәр яҙ ерҙә йәшәүселәр тормоштоң тергеҙелеү йыллығын билдәләргә тейеш булған, ул алты төрҙә (күк, һыу, ер, үҫемлектәр, хайуандар һәм кеше яңыртылыуы) сағыла. Ул осорҙа боронғо Иран территорияһында ерҙәге тормош сығанағы булараҡ Ҡояш культын хөрмәтләгәндәр. Шуға күрә унда ҡояш календары барлыҡҡа килә, ул хәҙерге Иран һәм Афғанстанда рәсми рәүештә ҡулланыла. Унда йылдың башы тип яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көн һанала. Был Наурыз — Яңы йыл һәм яҙғы яңырыу байрамы.

Боронғо грек тарихсыһы Страбон былай тип яҙа: “Иң боронғо замандарҙа Йылға араһы (Междуречье) халҡы был көндө Ут ғибәҙәтханаһына йыйылған. Был иң мәртәбәле байрам, сауҙагәрҙәр үҙҙәренең кибеттәрен япҡан, һөнәрселәр эштәрен туҡтатҡан, барыһы ла күңел асҡан һәм бер-береһен ут ҡағылған эсемлектәр һәм ризыҡтар менән һыйлаған”.

Наурыз байрамында һәр ваҡыт күңел асыуҙар, концерттар, спорт ярыштары, сағыу күргәҙмәләр ойошторола. Байрам ҡунаҡтарын, шул иҫәптән хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Алексей Горев һәм Фәйрүзә Ғафарованы, башҡорт һәм татар милли йәмғиәттәре вәкилдәре ҡаршы алды. Краснохолмскиҙа бер нисә йыл йәшәүсе әзербайжан йәмғиәте вәкилдәре Наурызды байрам итеү йолалары тураһында һөйләне.

Теләге булғандарҙың барыһы ла спорт ярыштарында ҡатнашты. Күпбәйге лә ҡатнашыусылар үҙҙәренең көсөн һәм оҫталығын һынап ҡараны, ә тамашасылар бик күп ыңғай тәьҫораттар алды.

Байрам талантлы артистарҙың, фольклор коллективтарҙың сағыу, тамашалы сығыштары менән дауам итте.

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас