Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әлфиә Фаршатова Силәбе өлкәһендә уҙғарылған “Белем” Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашты

Телде быуындан быуынға тапшырыу- һәр кемдең изге бурысы, ти ул

Әлфиә Фаршатова Силәбе өлкәһендә уҙғарылған “Белем”  Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашты
Әлфиә Фаршатова Силәбе өлкәһендә уҙғарылған “Белем” Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашты

Яңауыл ҡалаһының 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Фаршатова Силәбе өлкәһендә уҙғарылған “Белем”Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашты.

«Һәр бер милләт өсөн үҙ туған теле - ҙур байлыҡ. Телде быуындан быуынға тапшырыу- һәр кемдең изге бурысы. 28 март Туҡтыбай мәктәбендә уҙғарылған “Белем”Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә эйә булдым. Унда республика исеменән барыу беҙҙең өсөн үҙе бер ғорурлыҡ уятты. Туған телем һағында тороусы рухлы уҡытыусылар менән бергә милләттәштәрҙе күреп, тәжрибә уртаҡлашып ҡайттыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына оҫталыҡ кластары күрһәттек. Силәбелә йәшәүсе милләттәштәрҙең осҡон сәсеп тороусы күҙҙәре, һәр бер сығышты ихлас ҡабул итеүе ныҡ оҡшаны. Беҙ был фестивалдә үҙебеҙҙе бик яҡшы, лайыҡлы күрһәттек, тип уйлайым», - ти тәжрибәле  педагог.

Әлфиә Фаршатова Силәбе өлкәһендә уҙғарылған “Белем”  Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашты
Әлфиә Фаршатова Силәбе өлкәһендә уҙғарылған “Белем” Төбәк-ара мәғариф фестивалендә ҡатнашты
Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: