Ҡурай
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел уҡыусыһы «Профессионалдар» республика чемпионаты призеры булды

Руслан Холбан исемендәге 1-се мәктәп уҡыусыһы Злата Холбан юниорҙар араһында «Музей педагогикаһы» компетенцияһы буйынса «Профессионалдар 2024» чемпионатының төбәк этабында икенсе урын яуланы.

Ағиҙел уҡыусыһы «Профессионалдар» республика чемпионаты призеры булды
Ағиҙел уҡыусыһы «Профессионалдар» республика чемпионаты призеры булды

Златаға конкурста ҡатнашырға мәктәп музейы мөдире Наталья Львовна Миранова тәҡдим иткән. Бөгөн музей педагогикаһы заманса музейҙарҙың ғәмәли эшмәкәрлегендә әһәмиәтле урынды биләй.

Чемпионатта ҡатнашыусыларға музей педагогикаһында бөтә белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтергә, конкурс эштәрен башҡарырға кәрәк булған.

- Конкурстан һуң үҙем өсөн ысынлап та педагогиканы яратыуымды һәм уның менән буласаҡ һөнәремде бәйләргә ныҡлы ҡарар итеүемде астым, - ти Злата. - Конкурс башында үҙемде бераҙ уңайһыҙ тойҙом, нимәнән башларға белмәнем, ә һуңынан иғтибарымды тупланым һәм эштәр миңә еңел бирелеүен, бының менән шөғөлләнә алыуымды аңланым.

 Злата Холбан - Поспеловтар-Холбан педагогик династияһының иң кесе вәкиле. Өләсәһе Татьяна Васильевна Поспелова күп йылдар 1-се мәктәп директоры булып эшләне һәм инглиз теленән уҡытты, әсәһе Любовь Александровна Холбан - 1-се «Йәйғор» балалар баҡсаһы мөдире, өлкән апаһы Ангелина - студент, шулай уҡ буласаҡ педагог.

Злата үҙен гуманитар тип иҫәпләй: рус телен һәм әҙәбиәтен, йәмғиәтте өйрәнеүҙә, тарихты өйрәнеүҙә уңыштар яулай. Икенсе кластан рус теле буйынса олимпиадаларҙа еңеү яулай, йыл һайын «Тере классика» әҙәби конкурсында ҡатнаша.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: