Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдең ҡала музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн шырпылар эшләйҙәр

 Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы  директоры Әлфиә Дәүләтова һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә 100-ҙән артыҡ шырпы эшләгәндәр.

Ағиҙелдең ҡала музейында махсус  хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн шырпылар эшләйҙәр
Ағиҙелдең ҡала музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн шырпылар эшләйҙәр

- Әле беҙ маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар көтәбеҙ, шуға күрә  шырпы эшләй башларға булдыҡ, - тип һөйләй Әлфиә Әбүзәр ҡыҙы.  «Савитар» өҫтәмә белем биреү үҙәгенең «Йәш волонтерҙар» берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре, «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары, «Әүҙем оҙон ғүмер» клубы ағзалары, Башҡорт гимназияһы уҡыусылары уларҙы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан.

- Тағы ла 100-гә яҡын шырпы эшләргә ниәтләйбеҙ, унан һуң масксеть селтәре үрәсәкбеҙ, - тип уртаҡлашты ҡала музейы директоры.

Ҡалабыҙҙа ғәҙәти булмаған шырпы эшләүҙәрен белгәс, Нуриман районынан һәм Өфө ҡалаһынан коллегалары Әлфиә Әбүзәр ҡыҙынан уларҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреүҙе һораған.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: