Ҡурай
+5 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
8 Апреля 2024, 15:56

Ағиҙелдә яңы конкурс иғлан ителде

Ағиҙел ҡала хакимиәте Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙанына бағышланған һәйкәлдең иң яҡшы эскиз проектына архитектура-художество конкурсы  асыҡ  иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә яңы конкурс иғлан ителдеАғиҙелдә яңы конкурс иғлан ителде
Ағиҙелдә яңы конкурс иғлан ителде

 Конкурстың бурысы ғәмәлдәге Еңеү мемориалының берҙәм, үҙенсәлекле тышҡы ҡиәфәтен эшләү һәм  уның территорияһын төҙөкләндереү.

 Конкурста ҡатнашыуға монументаль сәнғәт һәм архитектура, ҡала мөхите дизайны әҫәрҙәрен ижад итеү өлкәһендә профессиональ белемгә эйә булған физик һәм юридик шәхестәр, профилле уҡыу йорттары студенттары, теләгән ҡала халҡы саҡырыла.

Конкурс еңеүсеһенә аҡсалата бүләк тапшырыла.

Конкурс 1 апрелдән 30-на тиклем барасаҡ. Конкурс тураһында положение хакимиәттең рәсми сайтында баҫылған.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас