Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелгә яңы автобус ҡайтты

Бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда Радий Хәбиров «Башавтотранс» филиалдары етәкселәренә 30 «Ютонг» автобусы асҡыстарын тапшырҙы.  

Ағиҙелгә яңы автобус ҡайтты
Ағиҙелгә яңы автобус ҡайтты

Шуларҙың береһе  Ағиҙелгә бирелде.

Был 53 кеше һыйҙырышлы уңайлы туристик автобус. Пассажир креслолары көйләнә, ҙур багаж бүлеге, икенсе водитель өсөн йоҡо урыны бар, спутник навигацияһы, кондиционер һәм видеокүҙәтеү системалары, тахограф, монитор, электрон ҡоролмаларҙы зарядкалау өсөн USB-порт, һыуытҡыс менән йыһазландырылған.

Был автобустың сифатын һәм уңайлылығын Ағиҙел халҡы иртәгә үк баһалай аласаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: