Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Улар араһында Байғужа ауылы ла бар

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

25 апрелдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә һәм төбәк хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һүҙҙәренсә, конкурстың төп һөҙөмтәһе – ауылдарҙағы ыңғай күренештәр. Конкурста ҡатнашыу һәм еңеү ауыл халҡының йәшәү рәүешен үҙгәртә, уларҙың мәҙәни сараларға, спортҡа ҡыҙыҡһыныуы арта, алкоголгә тартылыу кәмей. Ә иң мөһиме – халыҡ дуҫыраҡ йәшәй башлай.

2024 йылда «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре араһында яңауылдар ҙа бар.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында Яңауыл районы, Байғужа ауылы өсөнсө урын алды. Ауылға ике миллион ярым һум күләмендәге сертификат тапшырылды.

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: