Ҡурай
+7 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
26 Апреля 2024, 08:30

«Хәят» еңә, «Илһам» йәшәрә

Райондарҙа халыҡ театрҙары бик матур эшләп килә. Уларҙың ҡайһы ижад үрҙәре яулаһа, ҡайһыһы йәшәреүе менән бәхетле

«Хәят» еңә, «Илһам» йәшәрә«Хәят» еңә, «Илһам» йәшәрә
«Хәят» еңә, «Илһам» йәшәрә

Яңауылдағы «Хәят» татар халыҡ театры «Идел-йорт-2023» XXIII төбәк-ара театр коллективтары конкурсы еңеүселәре исемлегенә инде. Быйыл был ижади бәйгегә 200-ҙән ашыу ғариза бирелә, финалға Татарстан, Башҡортостан, Удмуртиянан, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Пермь крайынан 70-коллектив сыға. Күптән түгел Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге театрҙа «Идел-йорт-2023» XXIII төбәк-ара театр коллективтары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тананаһы уҙа.

Шуныһы ҡыуаныслы, т а н т а н а барышында Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, «Хәят» татар халыҡ театры исеме ике тапҡыр яңғырай. Режиссер Салауат Хәмзин етәкселегендәге коллектив, профессиональ жюри иғтибарына Х.Вахит пьесаһы буйынса «Күк капусы ачылса» музыкаль комедияһын

тәҡдим итеп, төбәк коллективтары араһында I дәрәжә лауреат исеменә һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була. Ә халыҡ театры артисы Рөстәм Ханнанов «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеү яулай һәм 30 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә була.

Йыл һайын тарихи драмалар, тәрбиәүи комедиялары менән әсир иткән районыбыҙҙың данлыҡлы “Илһам” татар театры режиссеры Венер Хәкимов Үрге Тәтешле 1-се мәктәбенең юғары класс уҡыусылары менән үҙе ижадиткән драма буйынса «Төҙәлмәҫ яра» пьесаһын сәхнәләштерҙе.

Ғаилә йылына бағышланған был спектаклдә балалар һәм әсәйҙәр мөнәсәбәте тасуирлана. Ире һуғышҡа киткән яңғыҙ әсәнең улы бай ҡыҙына ғашиҡ булып, ғәзиз кешеһен ауыр хәлдә ташлап китә. Әммә әхлаҡһыҙ бай ҡыҙының кәмһетеүҙәренә сыҙай алмай, кирегә әсәһе янына ҡайтып ғәфү үтенә.

Ролдәрҙе башҡарыусы Алһыу Сафина, Динара Ғафурова, Азат Кәримов, Арлиан Ғәбделхаҡов, Эмиль Ғилемйәнов, Әнүәр Зыятдинов, Руслан Арыҫланов, Гөлшат Шәйехова тыуҙырған берсә көлкөлө, берсә ҡыҙғаныс образдар был донъяла иң ҡәҙерле, иң изге кеше әсә икәнлеген асып һала. Ҙур теләк менән үҙ телеңдә аралашып, геройҙарҙың тормошон сағылдырыу бик ҡыҙыҡ, тип уйлай ҡыҙ һәм егеттәр. Һүҙҙәр ятланған, башҡорт халҡының милли кейемдәре әҙер, һәм тиҙҙән улар сығыш яһаясаҡ.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас