Ағиҙелдә 15 йыл элек батырҙарса һәләк булған капитан Руслан Холбан иҫтәлегенә арналған митинг уҙҙы.
Ул 2009 йылдың 13 майында Дағстан Республикаһында террорға ҡаршы операция үткәргәндә һәләк булды.
Митингыла ҡала округы хакимиәте башлығы Денис Ирназаров, Руслан Холбандың хәрби иптәштәре һәм хеҙмәттәштәре - отставкалағы һәм запастағы Федераль именлек хеҙмәте офицерҙары, геройҙың әсәһе Гөлүзә Нәзиф ҡыҙы, учреждение һәм ойошма етәкселәре, депутаттар, уҡыусылар, УТЭК агентлығы студенттары, шайморатовсылар һәм йәш армиясылар ҡатнашты.
Яҡташыбыҙҙың тормош юлын иҫкә алып, митингыла ҡатнашыусылар уны бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм обелискка сәскәләр һалды.