Ҡурай
+8 °С
Ясно

Ағиҙелдә ҡала паркы яңыртыласаҡ

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә ҡала майҙанындағы паркты төҙөкләндереү башланды. Был биләмәне былтыр йәмәғәт тауыш биреү юлы менән Ағиҙел халҡы һайлағайны.

Ағиҙелдә ҡала паркы яңыртыласаҡАғиҙелдә ҡала паркы яңыртыласаҡ
Ағиҙелдә ҡала паркы яңыртыласаҡ

Паркта йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү буйынса эштәр тамамланған тиерлек, урамды яҡтыртыуҙы алмаштырыу буйынса эштәр бара, шулай уҡ бәүелсәктәр һәм эскәмйәләр рәүешендә бәләкәй архитектура элементтары буласаҡ, ағастарҙы тигеҙләү буйынса эштәр башҡарыла. Паркты төҙөкләндереүгә йәмғеһе 7 млн 400 мең һум аҡса бүленгән, шуларҙың 6 млн 800 мең һумы – федераль бюджеттан. Күптән түгел подрядсылар металл каркастағы ҡарағастан «Ағиҙел» арт-объектын ҡуйған, ә уҡыусылар биләмәне таҙартыу буйынса өмә ойошторған.

Бынан тыш, Советтар Союзы Геройы Абдулла Шаһиев һәйкәле эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү ҡаралған. Был маҡсатҡа 3 миллион 400 мең һум самаһы бүленгән. Бында юлдарға таш түшәү, өҫтәмә урам яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйыу планлаштырылған. Эштәрҙе уҙғарыу ваҡыты - 2024 йылдың 30 октябренә тиклем.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас