Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләнеләр

"Ағиҙелгә йүгерәбеҙ!" йүгереүе, һис шикһеҙ, иң сағыу ваҡиға булды.

Ағиҙелдә Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләнеләр
Ағиҙелдә Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләнеләр

Быйыл ул исемдәре мәңгелеккә тарихҡа яҙылған Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлегенә арналды, ә һәр ҡатнашыусының күкрәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны туғанының фотоһы бар ине. Байрам сараларына һәм уҙышҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡушылыуы ҡыуандырҙы: Гөлнара Ғәлимова, Руслан Хәлитов, Тимур Кәримов, Алексей Горбачёв, Фәһим Низамов, Станислав Новиков, Егор Тарасевич.

Концерт программаһы һәм тематик интерактив майҙансыҡтар һуғыш йылдары атмосфераһына сорналды. Реаль декорациялар, костюмдар һәм музыкаль оҙатыу һуғыш ваҡыты эпизодтарын барлыҡҡа килтерҙе һәм үҙҙәрен тарихтың бер өлөшө итеп хис итергә мөмкинлек бирҙе.

Байрам көнө "Хәтер шәме" акцияһы менән тамамланды.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас