-4 °С
Болотло
Яңауыл районы Ҡыҙыл Яр ауылының һәләк булған яҡташтары һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлеген мәңгеләштереү идеяһы оҙаҡ ҡына Илнар Хәбибовтың йөрәгендә йәшәй, һәм, ниһайәт, ул ысынбарлыҡҡа ашты – ауылда һәйкәл асылды.
Таҡтала Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан иткән 52 кешенең, шулай уҡ 45 ҡайтҡан геройҙың исемдәре уйып яҙылған. Һәйкәл территорияһында 52 шыршы ултыртыла, улар йәшәү көсөн һәм мәңгелек хәтерҙе символлаштыра. Был ағастарҙың ботаҡтарында һәләк булған яугирҙарҙың фамилиялары яҙылған жетондар урынлашҡан.