Ҡурай
+23 °С
Облачно

Үҙҙәре актер, үҙҙәре режиссер

Ҡалтасы районында “КиноХолмФест” беренсе балалар-йәштәр фестивале үтте

Үҙҙәре актер, үҙҙәре режиссерҮҙҙәре актер, үҙҙәре режиссер
Үҙҙәре актер, үҙҙәре режиссер

Краснохолм 2-се мәктәбе фестиваль үткәреү майҙансығына әйләнде. Бирелә бер нисә йыл элек “Кванториум” технопаркы эшләгән ваҡытта фильм төшөрөү идеяһы яңғырай. Талантлы уҡытыусылар-остаздар менән аралашҡандан һуң, балалар дүрт фильм төшөрә. Үҙҙәре сценарий яҙа, монтажлай, көйөн һайлай. Уҡытыусылар балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреп, таланттарын асырға ярҙам итә.

Һәм бер йылдан һуң мәктәп медиа-студияларында башлап эшләүсе кинематографсылар ҡыҫҡа метражлы 22  фильм төшөрә. Кинофессивалдә мәртәбәле ҡунаҡтар — БР буйынса “Рәсәй һәм донъя мәктәптәрендә кино дәрестәре” проекты кураторы Азамат Тимерғәзин, “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы остазы Марат Бакиров сығыш яһай. Өс тематик майҙансыҡ эшләй: “Кино дәрестәре”, “Анимация студияһы” һәм “Әсәй, мин актер!”.

Кинофестиваль барышында “Батыр”фильмын ябыҡ күрһәтеү ойошторола. Был “Кино дәрестәре” проекты сиктәрендә БР-ҙың 800 мәктәбе тарафынан макулатура йыйыу аҡсаһына төшөрөлгән тәүге тулы метражлы фильм.

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас