Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә башҡорттар ҡоролтайының конференцияһы үтте

Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезына әҙерлек башланды.

Ағиҙелдә башҡорттар ҡоролтайының конференцияһы үтте
Ағиҙелдә башҡорттар ҡоролтайының конференцияһы үтте

 Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы 23 майҙа үтте. Сараның ҡунағы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов булды. Тәбрикләү һүҙе менән хакимиәт башлығының хоҡуҡ һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рөстәм Сафуанов сығыш яһаны.

 Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының эше тураһында Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Рәйесе вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Әхйәрова сығыш яһаны. Ҡала китапханаһы методисы Нурия Исламова «Грант эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу» темаһына доклад уҡыны, Гөлшат Исхакова йәштәр ҡоролтайы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ирина Вилданова «Ҡурай» гәзитенә яҙылыу мәсьәләһен күтәрҙе.  

 Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының яңы составы һәм Башҡарма комитет рәйесе һайланды. Бер тауыштан рәйес итеп Гөлшәт Әхйәрова һайланды. Ул улай уҡ  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Алтынсы съезына делегат итеп һайланды.

Ултырыштың  резолюцияһы ҡабул ителде.

Сараны гимназистар, 5-се «ПИН һәм ГВИН» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең һәм «Ынйылар» фольклор коллективының сығыштары биҙәне.

Сара бүләкләү тантанаһы, ҡала хакимиәтенең һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы рәйесенең рәхмәт хаттарын тапшырыу менән тамамланды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: