Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы рәйесе һайланды

Ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, эшмәкәрлекте әүҙемләштереү буйынса яңы тәҡдимдәр индерҙе

Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы рәйесе һайланды
Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы рәйесе һайланды

Бөгөн, 28 майҙа, район хакимиәтенең ултырыштар залында Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы ултырышы үтте. Башҡарма комитет ағзалары алдында яңы рәйес һайлау бурысы тора. Ул - Фәрит Шәрәфетдинов. Уның урынбаҫары итеп Ринат Ибраһимов һайланды. Йыйылыусылар сирек быуат дауамында тиерлек рбк башҡарма комитетын етәкләгән Рафаил Яхинға рәхмәт белдерҙе. Ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, эшмәкәрлекте әүҙемләштереү буйынса яңы тәҡдимдәр индерҙе.

Авторҙың фотоһы

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: