Яңауыл районының иң матур тәбиғәт мөйөштәренең береһендә уҡыусылар араһында спорт туризмы буйынса 53-сө ярыштар үтте. Мәғариф идаралығы һәм пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ойошторған сарала ун команда ҡатнашты. Турслет программаһы бик бай ине. Бөтә оҫталыҡтарын балалар ҡаршылыҡтар һыҙатында күрһәтте. Ә туристик слеттың төп йәлеп итеүсе көсө, уларҙың әйтеүенсә, тәбиғәт, дуҫтар менән аралашыу һәм, әлбиттә, еңеүгә ынтылыш. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса кесе төркөм командалары араһында шудектар лидерлыҡ итә, урта звенола гәрәевсылар барыһынан да көслөрәк булды, өлкән звено командалары араһында иң көслөһе тип 4-се мәктәп командаһы танылды.