Ағиҙелдә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йәнә бер ихата яңыртыласаҡ

«Башҡорт ихаталары» ҡалабыҙҙың иң алыҫ урынлашҡан ихатаһына - Тәүге төҙөүселәр урамындағы 4-се һәм 6А һанлы йорттарға тиклем барып етте. Май аҙағында бында техника килеп етеп, эш башланды.

Ағиҙелдә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йәнә бер ихата яңыртыласаҡАғиҙелдә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йәнә бер ихата яңыртыласаҡ
Ағиҙелдә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йәнә бер ихата яңыртыласаҡ

Ә төҙөкләндереүгә әҙерлек күпкә алда башланды. Уҙған йылда уҡ дөйөм йыйылышта хакимиәт һәм идара итеүсе компания йортта йәшәүселәрҙең тәҡдимдәрен тыңлағайны. Граждандарҙың бөтә теләктәрен проект ойошмаһына тапшырҙылар. Быйыл яҙ йәнә бер тапҡыр дизайн-проект менән таныштырыу өсөн бында йәшәүселәр менән осраштылар, бөтә иҫкәрмәләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе тыңлағас ҡына, проектты раҫланылар.

- Проекттың дөйөм хаҡы, ҡала бюджеты яғынан берлектә финанслауҙы индереп, 13,8 миллион һум тәшкил итә. Эштәр исемлегенә  юлды ремонтлау, парковка урындарын, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, инеү урындарына асфальт түшәү, йорт фасадтарының фронталь өлөшөндәге ҡалҡыулыҡтарҙы ремонтлау инә. Ихатала таулы һәм сәңгелдәкле яңы балалар майҙансығы, йәшел утрауҙар - ял зоналары, контейнер майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Һәр подъезд эргәһендә һәм ял итеү зонаһында эскәмйәләр, эргәһендә сүп-сар һалыу өсөн урналар торасаҡ. Шулай уҡ яңы яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыласаҡ һәм ихата йәшелләндереләсәк. Дизайн-проектҡа ярашлы, бөтәһе лә халыҡтың уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн ҡаралған: түңәрәк балалар майҙансығы, ял итеү зонаһында тулҡынға оҡшаш юлдар, автомобилдәр сыҡҡан урындарҙа хәүефһеҙлек зоналары.

Быйыл яҙ генераль подрядсыны билдәләү өсөн конкурс процедуралары үткәрелде, ул «СК Реалист» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булды. Бөгөнгө көнгә подрядсы бордюрҙарҙы һүтеү буйынса эштәрҙе башҡарған, парковка урындары өсөн нигеҙ әҙерләгән дә инде: тупраҡты соҡоп алған. Объектҡа төҙөлөш материалдары: бордюрҙар килтерелгән. Яҡын арала бордюр һалыуға тотонасаҡтар. Эштәрҙе башҡарыу ваҡыты: сентябрь аҙағына тиклем.

- Беҙ был төҙөкләндереүҙе оҙаҡ көттөк, - ти 4-се йорт буйынса өлкән Рәфисә Кашапова. - 2019 йылда уҡ ғариза биргәйнек. Ниһәйәт, хыялыбыҙ тормошҡа аша. Беҙҙең йортта башлыса беренсе төҙөүселәр йәшәй, һәм ҡартайған көнөбөҙҙә тигеҙ асфальт буйлап йөрөргә һәм уңайлы эскәмйәләрҙә ултырырға теләр инек. Беҙҙең ихатала пенсионерҙарға ултырып алырға ла урын юҡ ине, ҡайһы берәүҙәр ҡоймаға һыйынды йәки балалар майҙансығының ташландыҡ элементтарында урындар алды.

Уның һүҙҙәрен 6А-сы йорт буйынса өлкән Миңнезифа Иҙиәтуллина хуплай:

- Төҙөкләндереүгә шатбыҙ тип әйтеү - бер ни ҙә әйтмәү. Ниһайәт, үҙебеҙҙең сиратты көтөп алдыҡ! Эштәр сентябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш, әлбиттә, әммә киләсәктә уңайлы шарттар булдырыу өсөн был ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға түҙергә әҙербеҙ. Ихатала йәш ғаиләләр йәшәй, ике, өс, дүрт балалы ғаиләләр бар, уларға бындай балалар майҙансығы кәрәк ине, сөнки ҡала майҙанына тиклем йыраҡ. Һәм уның кәртәләнәсәге яҡшы - был балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн бик мөһим.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас