Ҡалаға ингән урында күптән инде үлән-ағастар баҫып алған, бысранған күл Ағиҙел халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра ине һәм ҡала халҡы уның биләмәһен тәртипкә килтереүҙәрен һорай ине. Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте файҙалы эште күңелгә ятышлы ваҡиға менән берләштерергә ҡарар итте һәм «Таҙа уйындар» экологик акцияһы - уйын үткәрҙе.
Уйындың бүләк фонды - 10 мең һум тураһында алдан иғлан итеп, инициаторҙар ҡала халҡында был сараға ҡыҙыҡһыныу уятты. Акцияға бөтәһе 7 команда заявка бирҙе, уларҙың һәр береһенең составында кәмендә 10 кеше булды: Үҙәк ҡала китапханаһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Әүҙем оҙон ғүмер» клубы, Башҡорт гимназияһы, ҡала мәғариф ойошмаларын берләштергән «Солянка», «Йәштәр» йыйылма командаһы, һәм, әлбиттә, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре командаһы.
Нәҡ тәғәйенләнгән ваҡытта командалар уйын буйынса инструктаж, сүп-сар йыйыу өсөн тоҡтар алды һәм территория буйлап таралышты. Уйын кураторы, мәғлүмәт-аналитика эштәре һәм социаль коммуникациялар буйынса бүлек етәксеһе Юлиә Широбокова йыйылған сүп-сарҙың аныҡ иҫәбен алып барҙы. Сәғәт ярым эсендә тоннаға яҡын сүп йыйылды: 309 тоҡ, шуларҙың 132 тоҡ - быяла шешә, 37 тоҡ - пластик, 13 тоҡ - металл, 176 биҙрә ватылған быяла, 4 автомобиль покрышкаһы, 3 ҡоҙоҡ таҙартылды.
Иң күп сүп-сарҙы «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы ағзалары йыйҙы, шуның өсөн беренсе урын һәм 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнделәр ҙә. Икенсе урынды Башҡорт гимназияһы командаһы алды һәм 3 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсөлә «Йәштәр» командаһы булды һәм 2 мең һумлыҡ сертификат алды.