Хакимиәт башлығы Денис Ирназаров ҡала халҡын байрам менән ҡотланы. Башҡортостандың бер ҡалаһында ла, хатта Рәсәйҙә лә күршеләр көнөн улай киң билдәләмәйҙәр, тип билдәләне ул. «Йылдан-йыл ҡалабыҙ матурлана һәм бында ҡала халҡының өлөшө ҙур. Беҙҙең ҡалала иң ҡәҙерлеһе - унда йәшәүселәр», - тине ул һәм барыһына ла бәхет, һаулыҡ һәм тыныслыҡ теләне.
Хакимиәт башлығы иң әүҙем йорт советы рәйестәрен башланғыстары, ихата биләмәһен, күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ҡулланылыштағы урындарын төҙөкләндереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыуҙары һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн: Зилә Сабирова, Винер Шафиҡов, Винера Хәйбуллина, Алмаз Шәрипов, Рима Төхбәтуллина, Зөһрә Хәмитова, Татьяна Поспелова, Йәғфәр Шакиров, Ирина Юманова, Валентина Зубареваларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлфиә Тимерғәлиева ла ҡотлауҙарға ҡушылды. Байрамдар ете майҙансыҡта ла үткәрелә, тип өҫтәне ул. «Барлыҡ йорттарҙың да ошо байрамға ҡушылыуын һәм яҡшы күршеләрсә мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүен теләйбеҙ», - тине ул. Быйыл ҡалабыҙҙың бер нисә йорто үҙенең юбилейҙарын билдәләй: улар - Тыныслыҡ урамындағы 6,8,12,14-се, Тәүге төҙөүселәр урамындағы 7,9,10,12-се, Академик Курчатов урамындағы 1/11, 3А, 7-се, Комсомол бульварындағы 6Б,8,8А һәм Йәштәр урамындағы 10-сы йорттар. Байрамды билдәләгән йорттарҙа йәшәүселәргә идара итеүсе компания бәлештәр бүләк итте.
Бейеү номерҙары менән «Савитар» балалар үҙәге һәм «Иҙел» мәҙәниәт һарайы ансамблдәре, «Әүҙем оҙон ғүмер» клубы сығыш яһаны. Идара итеүсе компания директоры Әлфиә Тимерғәлиева һәм техник Галина Поскребышева танго бейеүен әҙерләгән. Венера Ғәзизова йыр башҡарҙы, алып барыусы Лариса Спиридонова йырҙарҙан тыш, скрипканың тулҡынландырғыс көйҙәрен дә бүләк итте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн күңелле старттар үткәрҙе.
Байрам Тыныслыҡ урамындағы 6,12,14–се йорттар, Беренсе төҙөүселәр урамындағы 7 һәм 12-се йорттар, Академик Курчатов урамындағы 1/11-се йорт ихаталарында күңелле уындар һәм сәй табыны артында ултырыуҙар менән тамамланды.