Ҡурай
+11 °С
Облачно

Ағиҙелдә кикбоксинг буйынса секция асылды

Дәрестәр "Ағиҙел" спорт-ял итеү үҙәгендә үтә. Балаларҙың тренеры - Нефтекама ҡалаһынан Илмир Исламов. Бөгөн яңы секцияла 15 бала шөғөлләнә. Кикбоксинг менән шөғөлләнеү аҙнаһына ике тапҡыр ойошторола.

Ағиҙелдә кикбоксинг буйынса секция асылдыАғиҙелдә кикбоксинг буйынса секция асылды
Ағиҙелдә кикбоксинг буйынса секция асылды

Кикбоксинг бокс менән каратэны берләштерә. Ул хәрәкәттәрҙең координацияһын яҡшырта, тигеҙләнеште һаҡлау оҫталығын үҫтерә. Кикбоксинг менән һәр үҫмер шөғөлләнә ала. Балаларҙың тренеры Илмир Рәүис улы һөҙөмтәгә йүнәлтелгән - ул йәш спортсыларҙы призлы урындар яулау өсөн республика ярыштарында ҡатнашыуға әҙерләргә йыйына. Әммә бының өсөн тырышып эшләргә кәрәк.

"Ҡалала яңы спорт төрө үҫеше спорт рингы барлыҡҡа килеү менән мөмкин булды. Уны һатып алыуға һорау “Берҙәм Рәсәй” партияһының халыҡ программаһына наказдарҙың береһе булды, уны Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова башҡарҙы.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас