Ҡурай
+7 °С
Облачно

Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта

 Илгизәр Шәрәфетдинов стенала һүрәт төшөрә

Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫтаМатурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта

58 йәшлек Илгизәр Шәрәфетдинов коррекция мәктәп-интернатында бинаны хеҙмәтләндереү буйынса эшсе булып эшләй. Инде күптән, 2012 йылдан башлап. Буш ваҡытта иһә һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә. Был хаҡта уҡытыусыларҙың һүҙҙәренән белдек, улар рәссам тураһында яҙыуҙарын һораны ла инде. Эш шунда: Илгизәр Кираметдин улы стенала һүрәт төшөрә. Мәҫәлән, йыл миҙгелдәре темаһына уның ҡул суғының ҙур һынлы туҡымаһы мәктәп-интернаттың беренсе ҡатында уҡ буяла. «Тәбиғәтебеҙ миңә бик оҡшай», - тип  Илгизәр Шәрәфетдинов. - Ваҡыт - ваҡыт сюжеттар башымда тыуа». Тыуған тәбиғәт күренештәре менән һоҡланып, учреждениеның иркен ашханаһына үтәбеҙ. Бында ла яңы танышыбыҙҙың ҡул эштәренә урын бар. Һынлы сәнғәт интерьерҙың матурлығын үҙенсәлекле итеп аса.  Йәнә виноград һабағы менән натюрморт-барельеф иғтибарҙы йәлеп итә…

Тулыраҡ гәзиттә уҡығыҙ.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас